10 декабрь, Шәмбе

26 июль 2010 йыл, 9:31

Ишембайҙа интернет-сайттар конкурсы старт алды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Ишембайҙа «Интернет-Ишембай 2010» конкурсы старт алды. Ул ҡаланың 70 йыллығына арнала һәм глобаль селтәрҙә иң яҡшы Ишембай сайттарын популярлаштырыуға һәм уларға ярҙам итеүгә, дәүләт, йәмәғәт ойошмаларын һәм бизнес-берекмәләрҙең иғтибарын Интернет мөмкинлектәренә йәлеп итеүгә, халыҡ хужалығы, мәғариф һәм бизнестың төрлө тармаҡтарына заманса интернет-технологиялар индереүгә йүнәлтелгән.  

Ҡаланың бындай конкурс үткәреү буйынса уҙған йылдағы тәжрибәһе бар, ул шул ваҡытта уҡ әүҙем веб-ҡулланыусылар иғтибарын йәлеп иткәйне. Ҡала йәмәғәтселеге был юлы ла конкурсҡа юғары ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Заявкалар ҡабул итеү саҡ башланған, ә 12 ҡатнашыусы әле үк призлы урындарға дәғүә итә.

Конкурста Ишембай ҡалаһы тураһында көнүҙәк тарихи, мәҙәни, фәнни, күңел асыу планындағы, спорт, мәғариф, эш менән бәйле мәғлүмәттәр урынлаштырылған сайттар ҡатнаша ала. Шул уҡ мәлдә ойошмалар ғына түгел, айырым кешеләр ҙә  бәхетен һынап ҡарай ала.

Конкурс «Белешмә-мәғлүмәти сайт», «Корпоратив сайттар», «Йәмғиәт һәм мәҙәниәт», «Фән һәм мәғариф», «Спорт, сәләмәтлек һәм ял», «Аралашыу өсөн сайттар», «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияларында үткәрелә. Ҡатнашыуға заявкалар 15 авгусҡа ҡәҙәр ҡабул ителә. Артабан 16-һынан 25 авгусҡа тиклем параллель рәүештә халыҡ тауыш бирәсәк һәм конкурс комиссияһы эше алып барыласаҡ.

Еңеүселәрҙе билдәләгәндә баһалама ағзалары сайтта ҡуйылған мәғлүмәттең көнүҙәклеген, структураның аныҡлығын, эҙләү системаһының сифатын, эш тиҙлеген, ҡулланыусылар иҫәбен һәм сайт дизайнының үҙенсәлеген иҫәпкә аласаҡ. Еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы 27 августа Ҡала көнөндә үтәсәк.