9 декабрь, Йома

23 июль 2010 йыл, 16:46

Яҙыусы Хәниф Кәрим төшөрөлгән конверт сығарылды

автор: Любовь Колоколова

Яҙыусы Хәниф Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә «Марка» нәшриәт үҙәге уның һүрәте төшөрөлгән конверт сығарҙы. Ошо иҫтәлекле ваҡиға менән бәйле 28 июлдә Өфө почтамтында художестволы конвертты презентациялау үткәреләсәк.

Хәниф Кәрим 1910 йылдың 25 июлендә Башҡортостандың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. Тәүге «Һаҡсы йыры» шиғырҙар йыйынтығын йәш шағир 1934 йылда сығара. Хәниф Кәримдең шиғриәтенә һөйләү тарихы, образдар киңлеге, лириканың публицистика, ораторлыҡ интонация менән бергә үрелеүе хас. Һуғыш йылдарында, фронт гәзите хәбәрсеһе булараҡ, ул проза жанрҙарында ла уңышлы эшләй. Шағир шулай уҡ Пушкин, Лермонтов, Мицкевич, Шевченко, Маяковский һәм башҡаларҙың шиғырҙарын тәржемә итә. Әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Хәниф Кәрим Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм “Халыҡтар дуҫлығы” ордены менән наградлана. Уға БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелә.

Презентациялау тантанаһына махсус рәүештә яҙыусының Өфөлә йәшәгән һәм эшләгән ҡыҙҙары саҡырылды, унда шулай уҡ Федераль почта элемтәһенең БР буйынса идаралығы етәкселеге һәм Башҡортостан Филателистар союзы вәкилдәре ҡатнашасаҡ.