Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов көс структуралары етәкселәре менән осрашты

Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Етди һөйләшеү өсөн сәбәп булып был аҙнала Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһында Баксан ГЭС-ында булған ҙур террористик акт хеҙмәт итте.

Республика башлығы, Башҡортостан сәнәғәт яғынан үҫешкән төбәк булып тора, уның территорияһында байтаҡ потенциаль хәүефле объекттар, атап әйткәндә, гидротехник ҡоролмалар урынлашҡан, тип билдәләне. Президент, улар барыһы ла ышаныслы һаҡланырға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы начальнигы, оператив штаб етәксеһе Виктор Палагин хәбәр итеүенсә, Президент бөтә сәнәғәт объекттарының һәм йәшәйеште тәьмин итеү объекттарының хәүефһеҙ эшләүен тикшерергә тигән бурыс ҡуйҙы.  

— Ведомствонан тыш һаҡ подразделениелары тарафынан һаҡланырға тейешле айырыуса мөһим объекттар исемлеге бар. Әммә ҡайһы бер милекселәр был талаптарҙы һанға һуҡмай, — тине интервью барышында БР буйынса Эске эштәр министрлығы министры Игорь Алешин.

— Әлегә беҙ  аналитик материал йыйыу менән генә шөғөлләнәсәкбеҙ. Президентҡа доклад яҙыуы әҙерләйәсәкбеҙ, һәм бөтә мәсьәләләрҙе антитеррористик комиссия ултырышында ҡарағандан һуң һуңғы ҡарар ҡабул  итәсәкбеҙ, – тип билдәләне милиция генерал-лейтенанты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть