Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы рәйесе менән осрашыу

Сәйәсәт

23 июлдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов менән осрашты.

Осрашыуҙа төрлө тармаҡтар хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү менән хәл ҡаралды, юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ хеҙмәт ветерандары пенсияларына өҫтәмә түләү билдәләү мөмкинлектәре тураһында ла һүҙ алып барылды.

Профсоюздар федерацияһы рәйесе республика Президентына Башҡортостан Хөкүмәте, Профсоюздар федерацияһы һәм эш биреүселәр берекмәләре араһында өс яҡлы килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса эш тураһында ла хәбәр итте.

Рөстәм Хәмитов менән Әмирхан Сәмерханов яҡын араларҙа Башҡортостан Президенты республиканың профсоюз активы менән осрашыу үткәрәсәге тураһында һөйләшеп килеште.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть