Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

«Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы – Яңауылдан уҡытыусылар ғаиләһенә

Йәмғиәт

Социаль-мәҙәни башланғыстар фонды ҡарамағындағы федераль ойоштороу комитеты тарафынан булдырылған «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы Яңауылдан ғаиләгә – 36 йыл бәхетле никахта йәшәгән, дүрт бала – ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән Зәйтүнә менән Булат Назаровтарға бирелде. Бөтә балалары ла юғары белем алған, икәүһе һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй, береһе — тимер юлда, һәм тағы береһе – иҡтисадсы.

Зәйтүнә Зәйнулла ҡыҙы менән Булат Сабит улы Назаровтар – уҡытыусылар, тип хәбәр иттеләр Яңауыл районы хакимиәтендә. Зәйтүнә Яңауыл лицейында музыканан уҡыта, ә ире шунда уҡ – физик культуранан. Икеһе лә – юғары класлы белгестәр һәм әүҙем йәмәғәтселәр. Зәйтүнә Назарова музыка уҡытыусыларының район методик берекмәһенә етәкселек итә, Булат бөтә күмәк спорт сараларын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҡатнаша.  

«Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалын был пар Уҡытыусы йылында алыуы ла бик әһәмиәтле, сөнки улар бер-береһен яратҡан кеүек үҙ һөнәрҙәрен дә ярата һәм өс тиҫтә йылдан ашыу инде уға тоғро хеҙмәт итә.

«Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы 2008 йылда коммерция булмаған Социаль-мәҙәни башланғыстар фонды тарафынан булдырыла, уны РФ Президентының ҡатыны Светлана Медведева етәкләй. Ул йылына бер тапҡыр тапшырыла һәм ғәҙәттә 8 июлдә билдәләнгән «Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө»нә тура килтерелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть