11 декабрь, Йәкшәмбе

25 июль 2010 йыл, 9:05

Хәрби-диңгеҙ флоты көнө менән!

автор: “Башинформ”

Бөгөн илдә Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов моряктарҙы һәм флот ветерандарын ҡотланы. Республика башлығы ҡотлауында, атап әйткәндә, шулай тиелә:

«Хәрби-диңгеҙ флоты бөйөк Тыуған илебеҙ бойондороҡһоҙлоғо һәм ҡеүәтенең ышаныслы терәге булды һәм булып ҡала. Уның данлы тарихы нисәмә быуын флотсылар һәм моряктарҙың ныҡышмалы хеҙмәте, һоҡланғыс батырлыҡтары, асыштары менән һуғарылған. Был көндө беҙ үҙенең хәрби бурысын намыҫ менән үтәүселәрҙе, әлеге көндә флотта тоғро хеҙмәт итеүселәрҙе рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алабыҙ.

Рәсәй Федерацияһының Хәрби-диңгеҙ флоты – беҙҙең айырыуса ғорурлыҡ һәм хәстәрлек предметы. Флотта меңәрләгән яҡташтарыбыҙ лайыҡлы хеҙмәт итә. Республикала 40 меңгә яҡын офицер, мичман, матрос һәм старшина запаста хәрби иҫәптә тора, йәмәғәт ойошмаһы – Диңгеҙ йыйылышы әүҙем эшләй. Башҡортостанда йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү, илдең оборона һәләтен һәр яҡлап нығытыу, Хәрби-диңгеҙ флотын һәм, ғөмүмән, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрен яҡлау буйынса ҙур, күп яҡлы эш алып барыу яҡшы традицияға әйләнде.

Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, ә моряктарға – яҡшы кәйеф, уңыштар һәм Ватанға тоғро хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты Р. Хәмитов».