6 декабрь, Шишәмбе

23 июль 2010 йыл, 12:13

Башҡортостан финансистары үҙ профсоюзын ойошторҙо

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһында яңы профсоюз барлыҡҡа килде. Уны финанс һәм кредит ойошмалары хеҙмәткәрҙәре төҙөнө.

БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы профсоюз банк, һаҡлыҡ кассалары, пенсия һәм инвестиция фондтары, страховка һәм риэлтор компаниялары һәм башҡа финанс һәм кредит ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең социаль-хеҙмәт, профессиональ һәм гражданлыҡ хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ. Шулай уҡ был өлкәлә эшләп киткән пенсионерҙар һәм үҙҙәренең буласаҡ һөнәрен финанс эшмәкәрлеге менән бәйләргә ҡарар иткән студенттар профсоюз яҡлауына алынасаҡ.

Уҙған ойоштороу йыйылышында яңы профсоюздың уставы раҫланды һәм уның активы һайланды. Профсоюз рәйесе итеп «АФ Банк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Евгений Кошкин һайланды.

Финансистарҙың республика профсоюзын ойоштороу Рәсәй профсоюз хәрәкәте тарихында ғүмерҙә булмаған хәл булды. Федераль кимәлдә бөгөн бындай ойошма юҡ, һәм Башҡортостан финансистары профсоюзы илдә беренсе булды. Советтар Союзында профиле буйынса ошондайыраҡ профсоюз ойошторорға маташыуҙар була, 1930 – 1950 йылдарҙа СССР Дәүләт банкының Финанс-банк хеҙмәткәрҙәре профсоюзы эшләп ала, ул һуңыраҡ Дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереүе хеҙмәткәрҙәре профсоюзына ҡушыла. Әммә уның профиле хәҙерге республика профсоюзынан күпкә тарыраҡ була. Шул уҡ ваҡытта совет осоронан һуң күп илдәрҙә финансистар профсоюздары беҙҙән күпкә алдараҡ булдырыла. Мәҫәлән, 2009 йылдың октябрендә банк учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Украина профсоюзы ойошторола. Ошондай уҡ профсоюз ойошмалары Беларусияла һәм Әрмәнстанда эшләй.

темалар: профсоюздар