10 декабрь, Шәмбе

23 июль 2010 йыл, 11:41

Хәйбулла районында тыуым арта

автор: Евгений Рәхимҡолов

Хәйбулла районында демографик үҫеш билдәләнде. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл тәүге алты айҙа был муниципаль берәмек территорияһында 295 бала тыуҙы, был былтырғы ошо уҡ осорҙағынан 53 балаға күберәк. Яңы тыуған сабыйҙарҙың 96-һы ғына – ғаиләлә беренсе бала. Күбеһе – 101 бала – ғаиләлә икенсе, 67 – өсөнсө, 15 – дүртенсе, 16-һы бишенсе һәм унан һуңғыһы булып тыуҙы. Белгестәр билдәләүенсә, бындай динамика ата-әсәләрҙең күбеһенең кәмендә ике бала менән тулы ғаилә ҡороуға йүнәлеш тотоуын иҫбатлай. Ә был яҡын араларҙа районда тыуымдың тағы ла артыуы көтөлөүе тураһында һөйләй.