8 декабрь, Кесе йома

23 июль 2010 йыл, 17:31

Православие йәштәре слеты асылды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө епархияһының III Православие йәштәре слеты бөгөн Павловка һыу һаҡлағысы эргәһендәге "Урман" ял базаһында үҙ эшен башланы. Унда республикабыҙ православие динен тотҡан йәштәре ойошмаларында ҡатнашыусылар һәм уларҙың етәкселәре, шулай уҡ илебеҙҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар ҡатнаша.  

Слет программаһында тематик семинарҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр, дини темаларға әңгәмәләр һәм лекциялар, күренекле кешеләр менән осрашыуҙар, йәштәр ижады конкурстары, спорт ярыштары һәм билдәле бард Максим Коробицындың концерты планлаштырылған.

Слет 25 июлгә тиклем дауам итәсәк.

темалар: дин, йәштәр