7 декабрь, Шаршамбы

23 июль 2010 йыл, 11:09

Эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарҙы «Уңыш» VI Бөтә Рәсәй конкурсына саҡыралар

автор: Любовь Колоколова

«Рәсәйҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы төбәктәрҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарын йыл һайын үткәрелеп килгән «Уңыш» VI Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуға саҡыра.

Конкурс Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен туплау буйынса Совет, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советы, «Эшлекле Рәсәй» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы, Рәсәй Журналистар союзы һәм «Милли сәнәғәт» Медиа-үҙәге ярҙамында үткәрелә.

Конкурстың маҡсаты — яңы мең йыллыҡта дәүләттең социаль сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа Рәсәйҙең эшлекле, социаль-әүҙем ҡатын-ҡыҙы статусын күтәреү.

Эшлекле ҡатын-ҡыҙҙар конкурсы ғаиләне финанс яҡлауы социаль программаларын тормошҡа ашырыу, ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормош сифатын яҡшыртыуҙа һәм төбәкте үҫтереү мәсьәләләрен тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуын әүҙемләштереү сиктәрендә үткәрелә.  

Конкурс номинациялары араһында — «Ҡатын-ҡыҙҙың ролен күтәреүгә булышлыҡ итеүсе социаль йүнәлештәге эшҡыуарлыҡта ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡатнашыуы буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге, муниципаль берәмеге, районы, ҡалаһы», «Халыҡ хужалығы өлкәһендә ҡатын-ҡыҙ етәкләгән иң яҡшы тармаҡ, ойошма, предприятие, структура подразделениеһы», «Рәсәй эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарының иң яҡшы вәкиле» һәм башҡалар.

«Уңыш» конкурсы йомғаҡтары буйынса еңеүселәр «Алтын ҡош» йәмәғәт наградаһына күрһәтеләсәк.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, еңеүселәрҙе бүләкләү һәм хөрмәтләү тантанаһы быйыл ноябрҙә Мәскәүҙә I Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар фестивале сиктәрендә үтәсәк.

Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 1 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Өҫтәмә мәғлүмәт менән www.dgr.ru сайтында танышырға мөмкин.