Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Свердловск өлкәһе ҡоролоҡтан зыян күргән Башҡортостанға ярҙам итәсәк

Иҡтисад

Свердловск өлкәһе хөкүмәте ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрен быйыл ҡоролоҡтан етди зыян күргән Силәбе өлкәһенә һәм Башҡортостан Республикаһына файҙаланыуға бирәсәк. Был турала 22 июлдә Урта Урал башлығы Александр Мишарин белдерҙе, тип хәбәр итә uralpolit.ru интернет-баҫмаһы.

Свердловск өлкәһе губернаторы һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙер өлкә муниципалитеттары башлыҡтары күршеләргә ерҙе биреү мөмкинлектәрен баһалай. Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан вәкилдәрен Пригородный һәм Режев райондарында көтәләр ҙә инде. Әйтергә кәрәк, Свердловск өлкәһенең үҙендә лә ҡоролоҡтан зыян күргән территориялар бар. Атап әйткәндә, Артинский, Красноуфимка һәм Каменский райондарында ҡоролоҡ арҡаһында иген культураларының 25 проценты юғалған. Тағы алты районда ашлыҡтың 10 проценты көйөп юҡҡа сыҡҡан. Әммә, Мишарин билдәләүенсә, төбәктең аҙыҡ-түлек именлеге контролдә тотола.

Теги: ҡоролоҡ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть