Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө юлдарын киңәйтеү дауам итә

Иҡтисад

Өфөнөң Дим биҫтәһендә юлдарҙы киңәйтеү буйынса эштәр бара. Был дүрт метрға киңерәк буласаҡ, һөҙөмтәлә алты рәтлегә әйләнәсәк Хәҡиҡәт урамына ҡағыла. Әлеге мәлдә Дағстан урамынан Ухтомский урамына тиклемге арала әүҙем юл эштәре алып барыла.

Финанс средстволар булһа, бәлки, яҡын арала Дим биҫтәһенә ингән урында тимер юл өҫтөнән яңы юл үткәргестең дә төҙөлә башлауы ихтимал. Әгәр проект ғәмәлгә ашһа, ул автомобиль юлын күпкә бушатырға ярҙам итәсәк.

Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығынан әйтеүҙәренсә, ағымдағы йылда йәнә Туҡай урамын, Урман тыҡрығын һәм Йәштәр бульварын киңәйтеү планлаштырыла.      

Бынан тыш, әлеге мәлдә ҡалала тулы ҡеүәтендә Коммунистик, Цюрупа, Комсомолдар, Урман хужалығы техникумы урамдарында һәм Галле Округы урамында автомобилдәр юлын киңәйтеү алып барыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть