6 декабрь, Шишәмбе

22 июль 2010 йыл, 17:17

Башҡортостанда Суд департаменты идаралығы начальнигы тәғәйенләнде

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

Рәсәй Федерацияһы Юғары Суды ҡарамағындағы Суд департаменты Генераль директоры Александр Гусевтың приказы менән Башҡортостан Республикаһында Суд департаменты идаралығы начальнигы итеп Богдан Иванкович тәғәйенләнде.

Уның кандидатураһы БР Юғары суды һәм БР Судьялар советы менән килешелде.

Биографик белешмә.

Богдан Павлович Иванкович 1963 йылдың 11 октябрендә Украина ССР-ы Львов өлкәһенең Верхняя Рожанка ауылында тыуған. 1982 йылда Львов төҙөлөш техникумын тамамлап, ул техник-төҙөүсе һөнәре ала. 1990 йылда Алыҫ Көнсығыш дәүләт университетын тамамлағандан һуң уға юрист квалификацияһы бирелә. 1990 йылдан 1992 йылға тиклем Сахалин өлкәһенең Анивский районы прокурор ярҙамсыһы, прокуратура тәфтишсеһе булып эшләй. 1992 йылдан 2009 йылға тиклем Сахалин һәм Ростов өлкәләрендә судья була.

Өйләнгән, ике балаһы бар.