6 декабрь, Шишәмбе

22 июль 2010 йыл, 16:57

Аграрийҙар иген баҙарында тауар интервенцияһына әҙерләнә

автор: Ғәлиә Нәбиева

4 августа Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығы ҡоролоҡтан зыян күргән төбәктәр өсөн тауар интервенциялары башлай. Был турала ҡоролоҡтан зыян күргән ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә ярҙам ойоштороу буйынса штабтың селектор ултырышында Рәсәй ауыл хужалығы министры Елена Скрынник хәбәр итте.  

Интервенция фонды игене малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ менән шөғөлләнеүсе ойошмаларға, шулай уҡ эшкәртеү һәм он етештереү предприятиеларына һатыласаҡ.

Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, «Берләштерелгән иген компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 2010 йылдың 26 июленән Милли тауар биржаһында биржа сауҙаларында ҡатнашыу өсөн ойошмаларҙы аккредитациялауға тотонасаҡ.

Иң элек, ҡоролоҡтан зыян күргән төбәктәрҙәге һәм уларға яҡын субъекттарҙағы элеваторҙарҙа һаҡланған 3 миллион тоннанан ашыу 2005 һәм 2008 йылдар уңышы фураж игене һәм 2005 йыл уңышы аҙыҡ-түлек игене һатыласаҡ.  

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан ҡоролоҡтан айырыуса ҙур зыян күргән төбәктәр иҫәбенә инә. Шуның менән бәйле Хөкүмәт Йортондағы бөгөнгө ултырышта БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Шамил Вахитов он етештереү һәм эшкәртеү предприятиеларына сауҙала ҡатнашыу өсөн документтар пакеты әҙерләргә ҡушты.  

Республиканың ҙур ҡошсолоҡ һәм малсылыҡ комплекстары ла интервенция фонды фураж игенен һатып алырға планлаштыра.