Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ишембайҙың «Витязь» компанияһы - «Иң яҡшы тармаҡ экспортёры» конкурсы еңеүселәре иҫәбендә

Иҡтисад

«Витязь» машиналар эшләү компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Ишембай) — Силәбе трактор заводының бүлендек предприятиеһы — «Иң яҡшы тармаҡ экспортёры» конкурсының призерҙары иҫәбенә инде.

Баш предприятие 2009 йыл йомғаҡтары буйынса иң яҡшы тармаҡ экспортеры тип табылған, тип хәбәр иттеләр «ЧТЗ-Уралтрак» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр идаралығынан. Силәбе трактор заводы бына икенсе йыл рәттән Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән иғлан ителгән конкурста еңеп сыға. 2006 һәм 2007 йылдарҙа Силәбе трактор заводы БДБ илдәренә машиналар эшләү продукцияһын оҙатыусылар араһында иң яҡшы экспортер тип танылған.

Ишембайҙың «Витязь» машиналар эшләү компанияһы — донъяла ике быуынлы сылбырлы тәгәрмәсле бөтә ерҙән дә үтә алырлыҡ транспортер етештергән берҙән-бер предприятие. Был продукция тотороҡло һорау менән файҙалана. Ул юлһыҙлыҡ шарттарында һәм һаҙлыҡлы урындарҙа алмаштырғыһыҙ транспорт. 1994 йылда ике быуынлы сылбырлы тәгәрмәсле «Витязь» транспортерҙары фән һәм техника өлкәһендә РФ Дәүләт премияһы менән билдәләнгән.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть