Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Ярҙам һорап «Федераль регистр»ға мөрәжәғәт итергә мөмкин

Сәйәсәт

Төбәк йәки айырым муниципаль берәмек территорияһында ғәмәлдә булған юридик акттар тураһында мөһим һәм дөрөҫ мәғлүмәтте ҡайҙан табырға? Рәсәй Юстиция министрлығы ярҙам һорап «Федераль регистр»ға мөрәжәғәт итергә тәҡдим итә.  

РФ Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был электрон һәм документаль формала бөтә юридик акттар һәм улар тураһында аңлатмалар ингән бушлай дәүләт мәғлүмәттәр ресурсы.  

Ул, атап әйткәндә, норматив юридик документтарҙың ни тиклем Рәсәй Конституцияһына һәм федераль закондарға тап килеүенә, шулай уҡ граждандарҙың дөрөҫ мәғлүмәт алыуға конституцион хоҡуҡтары боҙолоу-боҙолмауына контроллек итеүҙе күҙ уңында тота.

«Федераль регистр» мөмкинлектәре тураһында ентекле мәғлүмәттәрҙе РФ Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы рәсми сайтында белергә мөмкин: www.bashminjust.ru

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть