8 декабрь, Кесе йома

22 июль 2010 йыл, 15:15

Ураҙҙа янғындан зыян күреүселәр яңы йорттарҙан асҡыс алды

автор: Сергей Захаров

Учалы районының Ураҙ ауылында бөгөн 5 июндә янғындан зыян күреүсе кешеләргә йорт асҡыстары тапшырылды. Ул саҡта ут туғыҙ йортто һәм 12 йорт алды ҡаралтыһын тулыһынса юҡҡа сығарҙы.

Был фажиғә 1265 кеше йәшәгән ҡасабала булды. Ярай әле кеше ҡорбандары булманы. Әммә бер нисә ғаилә – 19 кеше, шул иҫәптән алты бала, торлаҡһыҙ ҡалды. Дөйөм зыян алты миллион һумға яҡын тәшкил итте.    

Янғын Мышағыр урамындағы йорттарҙың береһендә башланды. Көн ҡоро эҫе тороу (ул мәлдә температура 32 градусҡа еткәйне) һәм көслө ел иҫеү арҡаһында ялҡын күҙ асып йомған арала бер-береһенә терәлеп тигәндәй ултырған бер нисә йортто ялмап алды.  

Ҡотҡарыусыларҙың тилбер эш итеүе һәм профессионализмы ҡалған 44 йортто һаҡлап алып ҡалды. Йортһоҙ ҡалыусыларҙы ваҡытлыса урындағы лицейға урынлаштырҙылар. Һуңыраҡ улар үҙ туғандарында урын тапты.

Башҡортостан етәкселеге ҡазаға тарыусыларға ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Улар барыһы ла биш мең һум күләмендә матди ярҙам алды.  

Ләкин, иң мөһиме – кешеләргә яңы йорт һалыу өсөн 15-әр сутый ер бирелде. Уларҙы төҙөүгә средстволар республика бюджетынан бүленде.  

Хәҙерге ваҡытта айырым участкаларҙа ағас йорт, мунса һәм һарайҙар ҡалҡып сыҡты ла инде. Һәр усадьба ағас ҡойма менән кәртәләп алынған.  

Яңы төҙөлөш районында электр тапшырыу линияһы һуҙылды. Юл һалынды. Бөтә йорттар телефонлаштырылған. Уларҙа йылы, яҡты. Шәхси иғәнәләр иҫәбенә йорт йыһаздары ла һатып алынды.  

Торлаҡһыҙ ҡалған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өсөн районда иғлан ителгән хәйриә акцияһы иҫәбенә 250 мең һумдан ашыу аҡса күсерелде.  

Ҡазаға бер кем дә вайымһыҙ ҡалманы — власть вәкилдәре, сәнәғәт предприятиелары һәм ойошмалар коллективтары, бизнесмендар һәм ябай кешеләр ярҙам ҡулы һуҙҙы.  

Кем нисек булдыра ала — кейем-һалым, һауыт-һаба, көнкүреш техникаһы менән ярҙам итте. Йыйылған средстволар иҫәбенә уҡыусыларға балалар сәләмәтләндереү лагерҙарына бушлай путевкалар бүленде, ә мәктәпкәсә йәштәгеләр балалар санаторийында аяҡҡа баҫтырыу дауалауы үтә аласаҡ.