4 декабрь, Йәкшәмбе

22 июль 2010 йыл, 14:47

Башҡортостанда дәүләт ярҙамы ҡатнашлығында ипотека кредитлауы үҫешә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Күптән түгел Башҡортостанда дәүләт ярҙамы менән бәйле йәнә бер ипотека кредитлауы программаһы эшләй башланы. «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәренән хәбәр итеүҙәренсә, уның буйынса Рәсәй аҡсаһы менән яңы төҙөлгән, әммә йәшәүгә әҙер торлаҡҡа ғына кредит алып була. Был программала яңы йорттарға бер нисә талаптар бар. Беренсенән, йорт дәүләт комиссияһына тапшырылған булырға тейеш. Икенсенән, милекте юридик шәхескә, төҙөүсе ойошмаға йәки инвестор файҙаһына беренсел теркәү кәрәк.

Заемсыға 2010 йыл аҙағына тиклем милеккә хоҡуҡты теркәү мотлаҡ түгел. Ул 21 йәштән йәшерәк булмаҫҡа, ә кредитты ҡаплағанда йәше 60-тан ашмаҫҡа тейеш. Һуңғы эш урынында заемсы һынау осоронан һуң бер айҙан да кәм эшләмәҫкә, дөйөм алғанда – эш стажы бер йылдан кәм булмаҫҡа тейеш. Шул уҡ мәлдә килемде 2НДФЛ белешмәһе менән раҫларға кәрәк, әммә килемдәрҙе раҫлауҙың башҡа төрлө формалары ла ҡабул ителә.

Рәсәй төбәктәре халҡы өсөн программа буйынса кредиттың иң ҙур суммаһы өс миллион һум тәшкил итә. Кредит буйынса беренсе иғәнә торлаҡ хаҡының 20 процентынан да кәм булмаҫҡа тейеш.

Процент ставкаһы үҙгәрмәй — йылына 11 процент. Шул уҡ мәлдә документтарҙы ҡарау һәм ипотека кредиты биреү өсөн бер ниндәй ҙә комиссия алынмай, кредитты алдан ҡаплаған өсөн штрафтар ҙа юҡ, быны килешеү төҙөгәндән һуң өс ай үткәс эшләргә мөмкин.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре вәкиле Елена Андреева әйтеүенсә, был программа – яңы төҙөлгән торлаҡ менән бәйле ипотекаға ярҙам итеүҙә мөһим аҙым. Был турала риэлторҙар һәм фатир һатып алыусылар күптән хыялланған.

— Әлбиттә, төҙөлөш стадияһындағы торлаҡҡа социаль ипотека беренсе йыл ғына эшләмәй, — ти Андреева. — Ләкин «социаль» шарттарға бар потенциаль заемсылар ҙа тура килмәй, һәм унда төҙөлөш барған бөтә йорттар ҙа ҡатнашмай. Башҡортостанда ипотека шарттары беренсе ҡарашҡа бик яҡшы һымаҡ күренә. Моғайын, улар беренсел торлаҡ һатып алыусыларҙы күпләп йәлеп итер. Сөнки хәҙерге мәлдә торлаҡ һатып алыусыларҙың күбеһе тап уға өҫтөнлөк бирә.