8 декабрь, Кесе йома

22 июль 2010 йыл, 12:14

Башҡортостанда күсемһеҙ милек менән бәйле килешеүҙәр иҫәбе арта

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең БР буйынса Идаралығы күрһәткестәрен анализлау күсемһеҙ милеккә теркәлгән хоҡуҡтар иҫәбенең һәм күсемһеҙ милек менән бәйле килешеүҙәрҙең, шулай уҡ теркәлгән хоҡуҡтар тураһында бирелгән мәғлүмәттең артыуын күрһәтә.

Әгәр уҙған йылдың беренсе ярты йыллығында Идаралыҡта 347 328 хоҡуҡ теркәлгән булһа, быйыл ошо уҡ осорҙа был һан 366 297-гә еткән.

БР буйынса Рәсәй реестры Идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын йәнә ябайлаштырылған төрҙә теркәлгән хоҡуҡтар иҫәбе арта. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың алты айында барыһы 63 789 граждан хоҡуҡтары теркәлгән, шуларҙан: 38 503 хоҡуҡ ер участкаларына, 20 126 — индивидуаль торлаҡ төҙөлөшө объекттарына, 5 160 — башҡа төрлө күсемһеҙ милек объекттарына. Сағыштырыу өсөн: уҙған йылдың беренсе ярты йыллығында  53 726 хоҡуҡ теркәлгән, шуларҙың 35 849-ы – ер участкаларына, 13 554 – шәхси торлаҡ төҙөлөшө объекттарына, 4 323 – башҡа объекттарға.

Шуны ла билдәләргә кәрәк, быйыл йыл башынан алып Берҙәм дәүләт хоҡуҡтар реестрынан белешмәләр һәм күсермәләр биреүҙе һорап 281 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән.  2009 йыл менән сағыштырғанда был 17 меңгә күберәк.