7 декабрь, Шаршамбы

22 июль 2010 йыл, 12:09

Делегация төҙөлөш тупланмалары системаһы буйынса Европа тәжрибәһе менән танышты

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан делегацияһының Германияға һәм Чехияға сәфәре тамамланды. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты, БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы, БР Финанс министрлығы, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм Өфө хакимиәте вәкилдәре ингән эшсе төркөм төҙөлөш тупланмаһы системаһы өлкәһендәге тәжрибәне өйрәнде һәм Чехиялағы торлаҡ-төҙөлөш тупланмалары предприятиеларында булды.

БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, халыҡтың һаҡлыҡ төҙөлөш кассалары системаһы аша средстволар туплау схемаһы Германияла, Чехияла, Австрияла киң таралған. Халыҡты дәүләт дәртләндереүе (дәүләт премиялары) системаһын юлға һалыу арҡаһында граждандар унда әүҙем ҡатнаша. Башта Германияла дәүләт премияһы күләме йылына 200 евроға етә, әлеге ваҡытта йылына уртаса 1000 евро самаһы туплап, йылына 90 евро тирәһе.

Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре, Рәсәйҙә һаҡлыҡ төҙөлөш кассалары индереү торлаҡҡа мохтаж халыҡтың, түбән процент менән кредит алып, башланғыс средстволар (торлаҡ хаҡының 50 процентына тиклем) туплау ысулы булараҡ маҡсатҡа ярашлы, тип билдәләне.