5 декабрь, Дүшәмбе

22 июль 2010 йыл, 11:46

Лилиә Шобухова Барселонаны яуларға барасаҡ

автор: Дмитрий Слезин

Бөтә Рәсәй еңел атлетика федерацияһы тренерҙар советы 2010 йылғы Европа чемпионатына Рәсәй йыйылма командаһының һуңғы составын билдәләне. Ҡитға беренселеге 27 июлдән 1 авгусҡа тиклем Барселонала үтәсәк.

Йыйылма командалағы 109 спортсы араһында Башҡортостан йүгереүсеһе Лилиә Шобухова ла бар. Ул башҡа рәсәйлеләр — Инга Әбитова (Һамар өлкәһе) һәм Елена Соколова (Мәскәү) менән 10 000 метр дистанцияла сығыш яһарға тейеш.