Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Реналь Ғәниев Европа миҙалдары тупланмаһына команда менән яуланған «көмөш»тө өҫтәне

Йәмғиәт

Рапира буйынса Рәсәй йыйылма командаһы, уның составында Реналь Ғәниев, шулай уҡ Артем Седов, Алексей Хованский һәм Алексей Черемисинов сығыш яһаған, фехтование буйынса Европа чемпионатында көмөш миҙал яулаған. Ярыштар Германияның Лейпцигында бара.

Рапирасыларҙың команда турнирында финалға сығыу өсөн барған  ярыштарҙа рәсәйлеләр Молдавия йыйылма командаһын ышаныслы еңде – 45:17, Австрияны – 45:24, һәм Бөйөк Британия командаһын – 43:22.

Итальяндар менән финал алышында тәүҙә көрәштәштәре алға сыҡты. Артабан иҫәпте тигеҙләргә, хатта бер мәрәйгә алға сығырға мөмкинлек булды – 11:10. Әммә һуңынан итальяндар юғары оҫталығын күрһәтте һәм һөҙөмтәлә еңеү яуланы – 45:33.

«Бронза»ны поляктарҙы еңгән Бөйөк Британия рапирасылары алды – 44:37.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть