5 декабрь, Дүшәмбе

22 июль 2010 йыл, 10:29

Эшҡыуарҙарҙы Шанхайға күргәҙмәгә саҡыралар

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы «Expo-2010» күргәҙмәһенә эшлекле сәфәр ойоштора, унда Шанхай һәм Пекин ҡалаларына барыу күҙ уңында тотола. Башҡортостан делегацияһы Ҡытайҙа 26 сентябрҙән 2 октябргә тиклем буласаҡ, тип планлаштырыла.

«Expo-2010» Бөтә донъя универсаль күргәҙмәһе Шанхайҙа ярты йыл буйына — 1 майҙан 31 октябргә тиклем үтә. Күргәҙмәнең дөйөм майҙаны ҙур — 5,28 квадрат километр. Күргәҙмәлә 190-дан ашыу ил ҡатнаша. Быйылғы күргәҙмәнең темаһы: «Ни тиклем ҡала яҡшыраҡ булһа – тормош та шул тиклем яҡшыраҡ».

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, «Expo-2010» – ул бөтә донъяның иҡтисади, фәнни, технологик һәм мәҙәни ҡаҙаныштары менән танышыу мөмкинлеге. Башҡортостан предприятиелары һәм эшҡыуарҙарының да үҙ потенциалын күрһәтеү мөмкинлеге бар.

Визаны ваҡытында төҙөү өсөн заявкалар 30 июлгә тиклем ҡабул ителә, тип хәбәр иттеләр БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында.