Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив төркөм төҙөлдө

Сәйәсәт

21 июлдә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондарында һәм Сибай ҡалаһы ҡала округында ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив төркөм төҙөү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Бойороҡҡа ҡоролоҡҡа һәм ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәренең һәләк булыуына, малсылыҡта хәлдең киҫкенләшеүенә килтергән  һауа шарттары менән бәйле һәм халыҡтың социаль яҡланғанлығын тәьмин итеү маҡсатында ҡул ҡуйылды.

Документҡа ярашлы, оператив төркөмгә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар планы әҙерләргә һәм раҫлауға индерергә кәрәк. Республика башҡарма власть органдарына ҡоролоҡтан зыян күргән райондарҙың урындағы үҙидара органдары менән берлектә оператив төркөмгә саралар планын бойомға ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушылды.

Оператив төркөм Сибай ҡалаһында урынлашасаҡ.

Бойороҡтоң үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – республиканың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Шамил Вахитовҡа һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Фидус Ямалетдиновҡа йөкмәтелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть