4 декабрь, Йәкшәмбе

22 июль 2010 йыл, 9:49

Рәсәйҙә йәшәү ҡиммәтләнде

автор: Юлай Мәғсүмов

2010 йылдың беренсе кварталында йәшәү минимумы уҙған йылдың дүртенсе кварталы менән сағыштырғанда юғарыраҡ. Был турала РФ Хөкүмәтенең 2010 йылдың 15 июлендәге 529-сы һанлы “Дөйөм алғанда бар Рәсәй Федерацияһы буйынса 2010 йылдың беренсе кварталына халыҡтың төп социаль-демографик төркөмдәренә һәм йән башына ҡарап йәшәү минимумы күләмен билдәләү тураһында” ҡарары һөйләй.

Дөйөм алғанда ил буйынса йән башына йәшәү минимумы 5518 һум тәшкил итәсәк (2009 йылдың IV кварталында – 5144 һум), хеҙмәткә һәләтле кешеләр өсөн— 5956 һум (элек — 5562 һум ине), пенсионерҙарға — 4395 һум (элек — 4091 һум), балаларға – 5312 һум (элек — 4922 һум).

1997 йылдың 24 октябрендәге 134-ФЗ һанлы "Рәсәй Федерацияһында йәшәү минимумы тураһында" Федераль законына ярашлы, йәшәү минимумы күләме квартал һайын ҡулланыусылар кәрзине нигеҙендә һәм Росстаттың аҙыҡ-түлеккә, аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарға ҡулланыусылар хаҡы кимәле һәм мотлаҡ иҫәпләнгән түләүҙәр һәм йыйымдар буйынса сығымдар хаҡында мәғлүмәтенә ҡарап билдәләнә.