10 декабрь, Шәмбе

22 июль 2010 йыл, 9:25

Өфөнөң Орджоникидзе районында төҙөкләндереү буйынса конкурс үтә

автор: Юлай Мәғсүмов

Быйыл ҡоро һәм эҫе һауа торошо ҡала территорияларын йәшелләндереү буйынса эшкә үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Ләкин ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, конкурста ҡатнашырға теләүселәр газондар, альп таусыҡтары, сәскә түтәлдәре ҡороу буйынса эшкә әүҙем тотондо, ихаталарҙағы хужалыҡ, балалар уйын һәм спорт майҙансыҡтарын ремонтланы һәм төҙөкләндерҙе. Һәр ваҡыттағыса Өфөнөң Орджоникидзе  районы предприятиелары һәм ойошмалары ла ситтә ҡалманы, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

Төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы ихата, мәктәп, балалар баҡсаһы, дауалау учреждениеһы, предприятие территорияһын асыҡлауҙы төп бурыс итеп ҡуйған конкурс ике этапта үтә. Беренсе һайлап алыу этабында ҡатнашыуға дауалау-профилактика һәм уҡыу учреждениелары, торлаҡ эксплуатация участкалары, сауҙа комплексы, сәнәғәт предприятиелары заявкалар бирҙе.  

23 июлдә район комиссияһы конкурста ҡатнашыусы предприятиелар буйлап йөрөп сығасаҡ, территорияларҙың төҙөкләндерелеүен, газондар һәм сәскә түтәлдәренең торошон баһалаясаҡ, шулай уҡ йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү буйынса дөйөм эште айырып билдәләйәсәк. Һайлап алыу этабында еңеүселәр артабан ярышыуын дауам итәсәк.

Икенсе этапҡа һәм дөйөм конкурсҡа йомғаҡ яһау, шулай уҡ еңеүселәрҙе наградлау 14 августа Өфөнөң Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркында сағыу «Сәскәләр көнө» байрамында үткәреләсәк.