5 декабрь, Дүшәмбе

22 июль 2010 йыл, 8:56

Немец делегацияһы Салауат һәм Стәрлетамаҡ предприятиеларына барҙы

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһына Германия Федератив Республикаһы делегацияһы килде.  Делегация составында — илдең рәсми вәкилдәре, шулай уҡ машиналар эшләү, металлургия, энергияны һаҡлау, химия сәнәғәте һәм төҙөлөш өлкәһендә махсуслашыусы немец компаниялары етәкселәре һәм төп эксперттары.

БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, немец делегацияһы ағзалары Салауат һәм Стәрлетамаҡ предприятиеларына барҙы, шулай уҡ Мәләүез районында — «М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә һәм «Нөгөш балыҡсылыҡ хужалығы» ауыл хужалығы предприятиеһында булды.

Салауатта ГФР-ҙан ҡунаҡтар ҡала округы хакимиәте башлығы менән осрашты, «Салауатбыяла» акционерҙар йәмғиәтенә барып, сығарылған продукция менән танышты. Стәрлетамаҡта ла уларҙы башта ҡала хакимиәтендә осрашыу көттө, ә һуңынан «Хайдельбергцемент» предприятиеһына, «Каустик» һәм «Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренә алып барҙылар. Ошо уҡ ваҡытта «ЕМФ» һәм «Гримме» компанияларынан уларҙың коллегалары «Рощинский» совхозына юл тотто, бында уларҙы сусҡалар үҫтереүҙең алдынғы технологиялары менән таныштырҙылар.

Бөгөн, 22 июлдә, Өфөлә ГФР делегацияһының Башҡортостандың эшлекле даирәләр вәкилдәре менән бизнес-осрашыуы үткәрелә.