Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфө Рәсәйҙең йәйге биатлонсыларын ҡабул итә

Йәмғиәт

Шаршамбы, 21 июлдә, Өфөнөң «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу копмлексында йәйге биатлон буйынса Рәсәй беренселеген һәм чемпионатын асыу тантанаһы үтте. Был ярыштар Олимпиада уйындарында, донъя һәм Европа чемпионатында ҡатнашыу өсөн Рәсәй йыйылма командалары составына иң көслө спортсыларҙы һайлап алыу этабы булып тора.

Уйындарҙы асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, Башҡортостан Республикаһы биатлон буйынса олимпиа резервы махсуслаштырылған балалар-үҫмерҙәр мәктәбе һәм БР РОСТО ДОСААФ вәкилдәре ҡатнашты.

Ярыштарҙа Башҡортостандан, Татарстандан, Карелия, Сыуашстан, Марий Иленән, Удмуртиянан, Мордовия, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенән, Санкт-Петербург, Һарытау, Ханты-Манси автономиялы округынан, Силәбе, Төмән, Новосибирск, Мурманск, Свердловск, Ҡурған, Смоленск, Һамар, Вологда, Ульяновск, Архангельск өлкәләренән һәм Пермь крайынан 189 спортсы ҡатнашасаҡ.

Аҙна дауамында спортсылар «кросс», «кросс-спринт», «кросс-персьют» и «күләмле старт» дисциплиналарында көс һынашасаҡ.

Ярыштар программаһы түбәндәгесә:

22 июль – спринт: ир-егеттәр, юниорҙар — 4 км, ҡатын-ҡыҙҙар, юниорҙар — 3 км;

23 июль — кросс-персьют: ир-егеттәр, юниорҙар — 6 км, ҡатын-ҡыҙҙар, юниорҙар — 5 км;

25 июль — масс-старт: ир-егеттәр, юниорҙар — 6 км, ҡатын-ҡыҙҙар, юниорҙар — 5 км.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть