7 декабрь, Шаршамбы

22 июль 2010 йыл, 11:21

23 июлдә Белоретта күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү үткәрелә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Йома, 23 июлдә, Белоретта күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәү һәм күсемһеҙ милекте һатыу-һатып алыу менән бәйле килешеүҙәр мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү үткәрелә.  

Халыҡты Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең БР буйынса Идаралығының Белорет буйынса бүлексәһе начальнигы – БР дәүләт теркәүсеһе Яппарова Эльвира Ишбулды ҡыҙы ҡабул итә.

Ҡабул итеү ваҡыты —  сәғәт 9-ҙан 12-гә тиклем.

Адресы: Белорет, Ленин урамы, 71.  

темалар: анонс