6 декабрь, Шишәмбе

21 июль 2010 йыл, 17:01

Рөстәм Хәмитов: Халыҡтың именлеген тәьмин итеүселәргә шарттар булдырылырға тейеш

автор: Сергей Захаров / фото: Андрей Старостин

Бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР буйынса Эске эштәр министрлығы Медик-санитар часы госпиталь комплексының диагностика корпусына нигеҙ һалыу тантанаһында ҡатнашты.  

Милиция хеҙмәткәрҙәре, хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдары ветерандары, медицина хеҙмәткәрҙәре алдында сығыш яһап, республика башлығы, кешеләрҙең именлеге һағында тороусылар өсөн бөтә шарттар булдырырға кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.  

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда, ғаилә ағзаларын индереп, милиция хеҙмәткәрҙәре, Эске эштәр министрлығы ветерандары һәм пенсионерҙарының дөйөм һаны 75 меңдән ашып китә. Госпиталь иһә йылына 1400-ҙән артыҡ кешене ҡабул итә алмай.

Яңы дауалау корпусын сафҡа индереү менән уның үткәреү һәләте һиҙелерлек артасаҡ.  

Төҙөүселәр Президентты, октябргә бинаны һалып бөтөрәсәктәр, ә киләһе йылға өй туйларға мөмкин буласаҡ, тип ышандырҙы. Комплекс заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ, ул йыл һайын пациенттарҙың һаулығын аяҡҡа баҫтырыу менән бәйле меңәрләгән тикшереүҙәр үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.  

— Миңә милиционерҙарҙың ҡыҙыу нөктәләрҙән ниндәй хәлдә әйләнеп ҡайтыуҙары хаҡында һөйләнеләр. Әлбиттә, улар кисектергеһеҙ аяҡҡа баҫтырыуҙы талап итә. Госпиталдә бындай методикаларға эйәләр, нисек стресс хәленән сығарырға беләләр, — тине Президент журналистар менән аралашҡанда.

— Был социаль проблема, — тине Рөстәм Хәмитов, — шуға күрә ҡеүәтле реабилитация үҙәге кәрәк.

— Уны төҙөү өсөн яраҡлы урын эҙләп табырға, яҡшы программа әҙерләргә һәм аҡрынлап уны бойомға ашырырға кәрәк, тип уйлайым. Ауыртҡан урындарҙы хәҙер үк асыҡларға кәрәк. Аҙаҡҡа ҡалдырһаң, уның файҙаһы аҙ була. Ә бына проблеманы аңлау, айышына төшөнөү, күпме средстволар, ресурстар һәм көс кәрәк буласағын иҫәпләп сығарыу – ул инде икенсе кимәлдәге мәсьәлә, — тип һүҙен йомғаҡланы республика башлығы.

темалар: БР Президенты