7 декабрь, Шаршамбы

21 июль 2010 йыл, 17:00

Башҡортостандың «йәш гвардиясылары» йәш граждандарҙы лагерға йыя

автор: Николай Ермоленко

2010 йылдың 3 — 9 авгусында «Ҡайынҡай» дауалау-һауыҡтырыу комплексы нигеҙендә «Мин — граждан» йәйге профилле лагеры үтәсәк. Уны ойоштороусы булып «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сығыш яһай. «Ҡайынҡай»ҙа үткәргән аҙна 16 — 35 йәштәгеләр өсөн  ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Йәштәргә лекциялар уҡыласаҡ, улар менән тренингылар үткәреләсәк, ҡыҙҙар һәм егеттәр дискуссияларҙа, проект уйындарында, спорт һәм мәҙәни-күңел асыу сараларында ҡатнашасаҡ.  

Лекция һәм тренингылар Башҡортостанды артабан модернизациялау, XXI быуатта именлек һәм сәскә атыуға юлдар эҙләү мәсьәләләренә, сәйәсәттә йәштәр урыны һәм уның Рәсәйҙең инновацион үҫешендәге роленә арналасаҡ. «Стратегия 2020», «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән хеҙмәттәшлектә ойоштороу мәсьәләләре», «Һайлауҙарҙа эшләү» кеүек башҡа темалар ҙа бар; «Урам», «Интернет-өҫтөнлөк», киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек итеү, йәштәр парламентаризмы, социаль проекттар, грант булдырыу йүнәлештәре буйынса эштәр ҙә ҡаралған.

«Бизнес-йәй 2010» проекты программаһы «Мин — граждан» лагеры майҙансыҡтарының береһе буласаҡ, унда йәштәр менеджмент һәм коммуникациялар нигеҙҙәренә уҡыясаҡ, «Тормошто стратегик планлаштырыу» тренингылар курсын үтәсәк һәм республиканың уңышлы эшҡыуарҙары менән осрашып, уларҙан бизнес ойоштороу һәм үҫтереү нигеҙҙәрен өйрәнәсәк.  

Лагерҙа ҡатнашыусыларға ҡунаҡҡа Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы, республиканың муниципаль берәмектәре депутаттары, «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары лидерҙары киләсәк. Лекциялар уҡыясаҡ һәм семинарҙар үткәрәсәк кешеләр билдәлелек яулаған һәм йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашырға, уларға карьера һәм бизнес төҙөү буйынса практик кәңәштәр бирергә теләгән белгестәр иҫәбенән саҡырылған.

Бындай уғата файҙалы үткәрелгән ваҡыт өсөн аҡса индереү талап ителә. Путевка хаҡы – йәш гвардиясылар өсөн 3500 һум һәм партияға инмәгәндәргә -  7000 һум. Әммә был ҙур булмаған сығымдар артығы менән ҡапланасаҡ.

Лагерҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла уңайлы дүрт урынлы номерҙарҙа йәшәйәсәк, етди һәм мәғлүмәткә бай көндөҙгө программанан һуң иркенләп ял итә аласаҡ. Улар алдында «ВИА Чаппа» төркөмө һәм башҡа музыкаль коллективтар һәм бардтар сығыш яһаясаҡ, дискотекалар, йәштәр өсөн «Мин – граждан», ҡыҙҙар өсөн «Мисс Йәй 2010» конкурстары ойоштороласаҡ.

«Мин – граждан» лагеры тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу һәм унда нисек яҙылыу  өсөн: http://www.molgvardiarb.ru