7 декабрь, Шаршамбы

21 июль 2010 йыл, 16:11

Башҡортостанда иген культураларын урып йыйыу темпы юғары

автор: Ғәлиә Нәбиева

Быйыл республикала игендәр ҡәҙимге агротехник сроктарҙан иртәрәк өлгөрә. Был Башҡортостанла майҙан алып көндәрҙаң эҫе тороуына бәйләнгән. Ғәҙәттә иген культураларын сабыуға аграрийҙар 20 июлдән алдараҡ тотонмай. Быйыл был датаға, БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 153 мең гектар майҙанда сабылған, был планлаштырылғандың 16 процентын тәшкил итә. 135 мең гектарҙа һуғылған – 14%.

Уңыш ҙур түгел, ни бары гектарынан 9,6 центнер, шуға күрә игенселәр урып йыйыуҙы ҡыҫҡа ваҡытта һәм юғалтыуһыҙ йыйып алырға тырыша. Тәпәш һабаҡлы участкаларҙа туранан-тура һуғып алырға тырышалар, сөнки бындай ашлыҡты яҫмаға һалһаң, юғалтыуҙарға килтереүе ихтимал. Дөйөм алғанда, республика буйынса 130 мең тонна иген һуғып алынған.

Игендең өлгөрөүенә ҡарап урып йыйыу кампанияһына ҡалған райондарҙың ауыл хужалығы предприятиелары ла ҡушыла. 13 райондың ауыл хужалығы предприятиеларында ашлыҡтар йәшел әле. Был башлыса Урал аръяғы төбәге. Бында уңыш йыйыу август баштарында башланасаҡ.