9 декабрь, Йома

21 июль 2010 йыл, 16:08

Иҫке автомобиль покрышкалары ихатаны биҙәйәсәк

автор: Любовь Колоколова

Хеҙмәт итеүҙән туҡтаған иҫке автомобиль покрышкалары ихаталарҙы һәм мәктәп яны территорияһын төҙөкләндереү өсөн бик яҡшы материал була ала. Тап ошоно иҫбатларға теләй педагогтары етәкселегендә мәктәп ихатаһын төҙөкләндереү буйынса проектты бойомға ашырыусы Өфөнөң Калинин районы 87-се урта мәктәбе уҡыусылары.  

Иҫке покрышкалар сәскәләр өсөн бәләкәй түтәлдәр һәм вазалар сифатында файҙаланыласаҡ, ә спорт майҙанындағы һуҡмаҡҡа улар ҡаршылыҡтар аша йүгереү өсөн урынлаштырыласаҡ. Быларҙың барыһын да балалар сағыу буяуҙар менән биҙәргә йыйына. Автомобиль шиндарын, мәҫәлән, рус һәм башҡорт орнаменттары, башҡа төрлө биҙәктәр менән биҙәү өсөн эскиздар ҙа әҙерләнгән.

Майлы буяуҙар һатып алыуға аҡсаны – 10 мең һум — мәктәпкә Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды бүлгән. Фонд активистары фекеренсә, «Файҙалы покрышкалар» проекты уҡыусыларҙы эстетик һәм хеҙмәт йәһәтенән тәрбиәләүгә, шулай уҡ тәбиғәтте һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.