5 декабрь, Дүшәмбе

21 июль 2010 йыл, 15:23

Сыуашстан вәкиле – Волга буйындағы иң яҡшы студенттар лидеры

автор: Юлай Мәғсүмов

12 июлдән 18-енә тиклем «Студенттар лидеры — 2010» Бөтә Рәсәй конкурсының округ этабы үтте. Конкурс Уҡытыусы йылы сиктәнедә үткәрелде. Унда Волга буйы төбәктәренән — Һамар, Ульяновск, Ырымбур, Нижегородка, Киров, Пенза өлкәләренән, Башҡортостан, Татарстан, Марий Иле, Мордовия һәм Сыуаш республикаларынан студенттар ҡатнашты. Бөтәһе 100-ҙән ашыу кеше.

Сыуаш Республикаһы вәкиле, Сыуаш дәүләт университетының профсоюз ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Алексей Степанов Волга буйы федераль округы буйынса 2010 йылда үҙен иң яҡшы студенттар лидеры итеп күрһәтте. «Ректор менән һөйләшеүҙәр алып барыу» конкурсында ул бик сағыу лидер булды, унда ул студенттарҙың хоҡуҡтарын яҡлау ғына түгел, ғөмүмән хоҡуҡтарҙы бик яҡшы белеүен күрһәтте.

Икенсе урынды Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты вәкиле Юлия Виноградова менән Нижегородка дәүләт техник университеты вәкиле Евгений Торопыгин үҙ-ара бүлеште.

Быйыл сентябрҙә «Студенттар лидеры — 2010» Бөтә Рәсәй конкурсы үткәрелә, унда Волга буйы федераль округы исеменән Сыуашстан һәм Татарстан вәкилдәре сығыш яһаясаҡ.