Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.08 ↓

EUR 68.00 ↑

21 июль, Йома

Уфа   °

Башҡортостан халҡы «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр, хәбәр ит» акцияһында әүҙем ҡатнаша

Йәмғиәт

Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығында Бөтә Рәсәй интерактив акцияһының июнь айындағы осорона йомғаҡ яһанылар. Был арала “ҡыҙыу линия” телефондарына 72 оператив хәбәр килгән, 124 шылтыратыусы наркотиктарға бәйлелектән дауаланыу буйынса мәғлүмәт һорап мөрәжәғәт иткән.  

Наркотиктар һатыу һәм ҡулланыу тураһында оператив мәғлүмәт арҡаһында наркотиктар менән бәйле 147 енәйәт асыҡланған, 126 енәйәт эше ҡуҙғатылған, 82 наркопритон ябылған, 39 урында, бөтәһе бергә йөҙ гектарға яҡын майҙанда составында наркотик матдәләр булған ҡырағай үҫемлектәр юҡ ителгән.  

Наркоконтроль хеҙмәткәрҙәренән тыш, телефон линияларында табиптар, педагогдар, психологтар һәм дин әһелдәре дежурҙа торған.  

Дөйөм алғанда ышаныс телефондарына ике йөҙҙән ашыу шылтыратыу булған – был уҙған йылдағы акцияға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.  

«Ҡыҙыу» номер (347) 223-22-11 эшләүен дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть