8 декабрь, Кесе йома

21 июль 2010 йыл, 14:57

Октябрьскийҙа яңы футбол майҙаны барлыҡҡа киләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Октябрьский ҡалаһында яһалма япмалы футбол майҙаны барлыҡҡа киләсәк. Әлеге ваҡытта «Нефтселәр» мәҙәниәт һәм ял паркы стадионында уны һалыу буйынса эштәр тамамланды ла инде.

Был объектты төҙөү «2006-2015 йылдарға Рәсәй Федерацияһында физик культураны һәм спортты үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә федераль һәм муниципаль бюджеттарҙан бергәләп финанслау нигеҙендә алып барылды.

98-гә 60 метр ҙурлығында яңы уйын майҙансығы республикала иң ҙурҙарҙың береһе буласаҡ. Әлеге ваҡытҡа тиклем бындай япмалы футбол майҙандары Башҡортостандың өс ҡалаһында – Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Сибайҙа ғына бар ине.  

Футбол майҙанын рәсми асыу 14 авгусҡа планлаштырылған. Бер үк ваҡытта бында яңы майҙансыҡта тәүге ярыштар — футбол буйынса Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр турниры үтәсәк.

Октябрьскийҙа бөгөн спорт объекттары төҙөүгә, спортты үҫтереүгә һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға ҙур иғтибар бирелә. Яһалма япмалы футбол майҙанынан тыш, ҡала спортсылары Спорт һарайы эргәһендә 20 метрға 40 метр ҙурлығында ошондай уҡ бәләкәй майҙансыҡ та алды. Бынан тыш, тиҙҙән ҡалала боҙ һарайы һәм аквапарк та төҙөү планлаштырылған.