4 декабрь, Йәкшәмбе

21 июль 2010 йыл, 13:00

Өфөлә беренсе мәктәп йәрминкәләре эшләй башланы

автор: Ольга Мортазина

Республиканың баш ҡалаһында ата-әсәләр балалары өсөн мәктәп формаһы, аяҡ кейеме, портфелдәр, канцелярия тауарҙары һатып алырға күнеккән мәктәп баҙарҙары асыла башланы.

— Хәҙер баҙар мөнәсәбәттәре төп роль уйнай, — тип аңлатма бирә Өфө хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Ишбулатова. — Шуға күрә предприятиелар ҡулланыусылар һорауына ориентир яһай һәм сауҙаны ҡасан башларға кәрәклеген үҙҙәре хәл итә.  

Кейем тегеү буйынса эре һәм ҙур булмаған шәхси фирмалар йыш ҡына мәктәп формалары коллекцияһын төрлө сауҙа майҙандарындағы үҙҙәренең сауҙа нөктәләрендә һатыуҙы өҫтөн күрә. Ә шәхси эшҡыуарҙар, ҡағиҙә булараҡ, импорт варианттар тәҡдим итә. Балалар һайлауһыҙ ҡалмаясаҡ: бында төрлө килемле кешенең зауығын ҡәнәғәтләндерерлек мәктәп тауарҙары тәҡдим ителә.

Киров урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан Республика фәнни-технологик һәм мәғлүмәт комплексындағы мәктәп йәрминкәһендә уртаса хаҡтар:

Өлкән класс уҡыусыһы өсөн «совет» күлдәге — 1500 һум.

Өфө предприятиеһында етештерелгән башланғыс класс ҡыҙҙары өсөн сарафан — 800 һум, жакет — 500 һум.

Башланғыс класс ҡыҙҙары өсөн импортлы сарафан — 1100 һум, блузка — 850 һум.

Малайҙар өсөн күлдәк — 300-400 һум.