11 декабрь, Йәкшәмбе

21 июль 2010 йыл, 12:31

Профсоюздарҙың бюджет өлкәһен реформалаштырыу буйынса тәҡдимдәре хупланды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Республика етәкселеге БР Профсоюздар федерацияһының бюджет өлкәһен реформалаштырыу буйынса тәҡдимдәрен хупланы.  

БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, күптән түгел профсоюздар БР Дәүләт учреждениеларының хоҡуҡи хәлен камиллаштырыу буйынса саралар планы проектына тәҡдимдәр индергәйне.

Республика Хөкүмәте хуплаған был тәҡдимдәр профсоюздарҙың бюджет учреждениелары тибын үҙгәртеү, ҡайтанан ойоштороуҙы һәм бөтөрөүҙе үткәреү тәртибенә, дәүләт һәм муниципаль ойошмалар эшмәкәрлегенең төп күрһәткестәре мониторингын билдәләүсе  норматив документтар әҙерләүҙә ҡатнашыуына ҡағыла.

Алда торған реформа бюджет учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең генә түгел, республика халҡының күбеһенең мәнфәғәттәренә ҡағыла, сөнки мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт өлкәләрендә хеҙмәтләндереүҙәр сифатын яҡшыртыу һәм арзанайтыу мәсьәләләрен күтәрә.  

темалар: профсоюздар