8 декабрь, Кесе йома

21 июль 2010 йыл, 12:27

Өфөнөң Дим биҫтәһендә яңы балалар баҡсаһы төҙөлә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөнөң Дим биҫтәһендә яңы балалар баҡсаһы төҙөлә. Бөгөнгө көндә районда 12 мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы эшләп килә. Балалар баҡсаларының үҫешеүе һәм уңышлы эшләүенә ҡарамаҫтан, улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теләге булғандарҙың барыһын да һыйҙыра алмай.    

Дим районы хакимиәте мәғлүмәте буйынса, төҙөлөш алып барылған биш мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы баҡса 200 урынға иҫәпләнгән. Ул заман талаптарына тулыһынса яуап бирәсәк. Бина дүрт ҡабырғалы буласаҡ. Шуның арҡаһында һәр төркөм үҙенең уйын майҙансығына айырым ишек аша йөрөй аласаҡ.

Беренсе ҡатта 290 квадрат метрлыҡ ҙур туҡланыу блогы урынлашҡан. Икенсе ҡатта, бинаның һул ҡабырғаһында иһә 150 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы спортзал, 94 квадрат метрлыҡ музыкаль зал һәм төркөмдәр өсөн бүлмәләр бар. Шулай уҡ балалар өсөн ҙур яҡты уйын һәм йоҡо бүлмәләре, ашханалар ҡаралған. Уң ҡабырғала бассейн төҙөлә, ошонда уҡ душ кабинаһы, медицина персоналы һәм массаж кабинеттары, кейенеп сисенеү бүлмәләре урынлашасаҡ. Яңы баҡсала балаларҙың тулы ҡиммәтле һәм гармониялы үҫеше, уларҙың һаулығын һаҡлау һәм профилактика өсөн бөтә кәрәкле нәмә буласаҡ. Бында табип кабинеты, процедуралар үткәреү кабинеты һәм сирлеләр өсөн палата ла ҡаралған.  Ишектәр өҫтөнә ҡуйыласаҡ кәрәҙ һымаҡ поликарбонат менән ҡапланған үтә күренмәле дүрт козырек балалар баҡсаһы бинаһының архитектур биҙәге буласаҡ. Төҙөлөштө «Реконстрой»яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте фирмаһы алып бара.

темалар: төҙөлөш