Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Ҡазан. Нанотехнологиялар-2010» халыҡ-ара күргәҙмәһе

Иҡтисад

Башҡортостан предприятиелары 2010 йылдың 8-11 декабрендә Ҡазан йәрминкәһендә үтәсәк «Ҡазан. Нанотехнологиялар-2010» халыҡ-ара күргәҙмәһендә һәм «Нанотехнологиялар сәнәғәттә» конференцияһында ҡатнаша аласаҡ. «Татар-информ» хәбәр итеүенсә, конференцияла бер нисә секция эшләйәсәк тип планлаштырыла: «Нанотехнологиялар нефть-газ сәнәғәтендә», «Нанотехнологиялар медик-биологик тикшеренеүҙәрҙә», «Нанотехнологиялар авиа-, авто һәм машиналар эшләүҙә», «Наноиндустрия өсөн кадрҙар әҙерләү», «Наноиндустрияла техник көйләү һәм интеллектуаль милек менән идара итеү».

Күргәҙмәлә һәм конференцияла ҡатнашыуға Рәсәй, яҡын һәм алыҫ сит илдәр предприятиелары, вуздары, ғилми-тикшеренеү институттары саҡырылған. «Нанотех-2010» күргәҙмәһенең ойоштороу комитеты рәйесе – Татарстан Республикаһы сәнәғәт һәм сауҙа министры Рауил Зарипов, ҡушма рәйестәре — ТР наноиндустрияны үҫтереү буйынса  республика ведомство-ара комиссияһы рәйесе Борис Павлов һәм «Роснано» дәүләт корпорацияһы генераль директоры урынбаҫары Андрей Малышев.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть