Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитовҡа ҡотлауҙар килеүен дауам итә

Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитовҡа Башҡортостан Президенты вазифаһын үтәй башлауы менән ҡотлауҙар килеүен дауам итә.

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советы рәйесе Сергей Мироновтан Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын үтәй башлауы менән ҡотлап телеграмма килде. Телеграммала шулай тиелә:

"Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы!

Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын үтәй башлауығыҙ менән ҡотлайым. Рәсәй Федерацияһы Президенты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары тарафынан күрһәтелгән юғары ышаныс Һеҙҙең профессионализмығыҙҙы, компетентлығыҙҙы, ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеүҙә яуаплылығыҙҙы дәлилләй. Һеҙҙең лидер потенциалығыҙ иҡтисади һәм социаль өлкәне үҫтереү, төбәк халҡының лайыҡлы тормош кимәлен тәьмин итеү йүнәлешендә уңышлы эшләүегеҙгә булышлыҡ итер, тип ышанам. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, Ватан именлеге хаҡына уңышлы эшләүегеҙҙе теләйем.

С.Миронов".

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитовҡа Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын үтәй башлауы айҡанлы ҡотлау телеграммаларын РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзалары, РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаттары, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, Рәсәй субъекттары башлыҡтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм башҡалар ебәрҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть