Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанстат «Башҡортостан Республикаһында халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе» йыйынтығын сығарҙы

Йәмғиәт

Башҡортостанстат «Башҡортостан Республикаһында халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе» йыйынтығын сығарҙы.

Йыйынтыҡта республика халҡы сәләмәтлеге торошо, медицина хеҙмәтләндереүе сифаты һәм һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫеше хаҡында ентекле мәғлүмәт бирелә. Баҫмала донъя күргән мәғлүмәттәр бөтә йәштәге һәм социаль ҡатламдағы республика халҡының сәләмәтлеге хаҡында, айырыуса киң таралған ауырыуҙар, уларҙың классификацияһы,, дауалау-профилактика ярҙамын ойоштороу, санатор-курорт дауаланыу һәм ял, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгәндәр тураһында белешмә бирә. Республика статистиктары халыҡтың физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүенә, тирә-яҡ мөхит торошона ҡағылышлы һәм кеше һаулығына туранан-тура йоғонтоһо булған башҡа төрлө күрһәткестәргә бәйле мәғлүмәтте анализлай. Баҫмала республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары буйынса күрһәткестәр, шулай уҡ Волга буйы федераль округы буйынса сағыштырмаса һандар килтерелгән.

Йыйынтыҡ йылына бер тапҡыр нәшер ителә һәм киң даирәләге ҡулланыусыларға иҫәпләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть