4 декабрь, Йәкшәмбе

21 июль 2010 йыл, 8:53

Башҡортостандың иң яҡшы плиткасылары аталды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә Башҡортостан төҙөлөш белгестәренең IV Республика  профессиональ оҫталыҡ конкурсының өсөнсө этабы үтте. Бығаса Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы ташсылары һәм штукатурҙары билдәләнгәйне. Был юлы республиканың плиткасылары ярышты.  

Һөҙөмтәлә беренсе урынды «3-сө төҙөлөш тресы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте белгестәре Рауил Исхаҡов һәм Венер Ғөбәйҙуллин алды. Икенсе урын «ПМК-Баймак» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Флүз Фәйзуллин менән Айсыуаҡ Сыңғыҙовҡа эләкте. Почетлы өсөнсө урын — Лиана Ялҡаева һәм Радик Тайыпов йөҙөндә «21-се трест» төҙөлөш компанияһының «Отделстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә.  

Конкурсты ойоштороусылар булып БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы, БР Төҙөүселәр союзы һәм Рәсәй Төҙөүселәр профсоюзының Республика ойошмаһы сығыш яһаған.

БР Төҙөүселәр союзынан хәбәр итеүҙәренсә, бар еңеүселәр һәм призерҙар маҡтау грамоталары, аҡсалата премиялар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланған.

Конкурстың киләһе һуңғы этабы 23 июлдә үтәсәк. Ул Башҡортостан төҙөлөш комплексының иң яҡшы буяусыларын асыҡлаясаҡ.