8 декабрь, Кесе йома

20 июль 2010 йыл, 17:31

Зворыкин премияһы лауреаты Лилия Анисимова үҙ проектын «Селигер-2010»ға тәҡдим итте

автор: Әлфиә Әһлиуллина

2009 йылда «Иң яҡшы инновацион проект» номинацияһында Владимир Козьмич Зворыкин исемендәге премия лауреаты Лилия Анисимова үҙенең «Тирә-яҡ мөхитте экологик хәүефле ксенобиотиктарҙан таҙартыу өсөн биопрепарат» уникаль проекты һөҙөмтәләрен «Селигер-2010»ға тәҡдим итте.

Бер йыл элек «Селигер» инновацион форумы Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биология институты аспиранткаһы Лилия Анисимованың тормошон ҡырҡа үҙгәртте. 2009 йылда ул форумға тупраҡты һәм һыуҙы пестицидтарҙан тиҙ һәм арзан таҙартырға мөмкинлек биреүсе үҙенең биопрепарат проектын алып барғайны. Телекүперҙән һуң уның проекты менән бер юлы бер нисә эре партнер ҡыҙыҡһыныу белдерҙе, һәм бөгөнгө көнгә ҡыҙ ҙур инвестицион килешеүҙәргә ҡул ҡуйған, сәнәғәт өлгөһө алған, етештереү базаһы менән килешеү төҙөгән, хатта яҡынса заказдар ҙа бар.  

Үҙәк телеканалдарға үҙ интервьюларының береһендә Лилия: «Мин Селигерға үҙ проектымды килтерҙем, президентҡа күрһәттеләр, грант алдым, инвесторҙар таптылар, хәҙер һатыла», тип әйткәйне.

Уникаль биопрепарат — был махсус бактериялар: улар тупраҡтағы зарарлы пестицидтарҙы һәм канцерогендарҙы һыуға, кислородҡа һәм органик ҡалдыҡтарға айыра.

Ойоштороусылар «Селигер» форумын талантлы йәштәрҙе һайлап алыу, үҫтереү һәм яҡлау буйынса һөҙөмтәле системалы майҙансыҡ тип атай. Ул 2005 йылдан Тверь өлкәһе Осташков ҡалаһы эргәһендәге ошо уҡ исемдәге күл эргәһендә үткәрелә. Форумда ҡатнашыусылар менән традицион рәүештә РФ властары, Рәсәй интеллигенцияһы вәкилдәре, популяр музыканттар осраша. Быйыл «Селигер» 30 июлгә тиклем барасаҡ.