6 декабрь, Шишәмбе

20 июль 2010 йыл, 16:55

Башҡортостанға Германия Федератив Республикаһының эшлекле даирәләре вәкилдәре килә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Шаршамбы, 21 июлдә, Башҡортостанға Германия Федератив Республикаһы делегацияһы килә. БР Сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, делегация составына Европа илдәренән рәсми кешеләр, шулай уҡ машиналар эшләүҙә, металлургия, энергияны һаҡсыл ҡулланыуҙа, химия сәнәғәте һәм төҙөлөштә махсуслашҡан Германия компаниялары етәкселәре һәм әйҙәүсе эксперттары ингән. Визит тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә Германияның Федераль иҡтисад һәм технологиялар министрлығы һәм COMMIT GmbH компанияһы ярҙамында үтә.

Германия вәкилдәре республиканың ҡала һәм район хакимиәттәрендә, министрлыҡтарҙа һәм ведомстволарҙа бер нисә осрашыу һәм һөйләшеүҙәр үткәрәсәк. Визит программаһында республиканың Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Бәләбәй ҡалалары, Мәләүез районы предприятиелары менән яҡындан танышыу ҙа ҡаралған.

Визит 24 июлгә тиклем дауам итәсәк.