Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.08 ↓

EUR 68.00 ↑

21 июль, Йома

Уфа   °

Йәш уйлап табыусыларҙы «Архимед» халыҡ-ара салоны саҡыра

Иҡтисад

«Бөтә Рәсәй уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар йәмғиәтенең уйлап табыуҙарҙы һәм рационализаторлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү үҙәге» Интеллектуаль милекселек, патенттар тауар билдәләре буйынса федераль хеҙмәт менән берлектә киләһе йыл 5 — 8 апрелдә традицион күргәҙмә — «Архимед» Мәскәү халыҡ-ара уйлап табыуҙар һәм инновацион технологиялар салоны үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. 2011 йылда салон 14-се тапҡырына үтәсәк. Был турала Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

«Архимед» салонының йөкмәткеле эшлекле программаһы ҡатнашыусыларға инновацион өлкәлә ҡаҙаныштарын күрһәтергә, төбәк-ара һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә эшлекле һәм фәнни бәйләнештәрен киңәйтергә, яңы партнерҙар һәм инвесторҙар табырға булышлыҡ итәсәк.

Салон сиктәрендә үткән сараларҙа һәр ҡатнашыусы “Халыҡ-ара уйлап табыусы университеты”нда уҡыу курсы үтә һәм ярашлы диплом-сертификат ала аласаҡ.

Балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр коллективтарына ярҙам итеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленәсәк. «Архимед» салонында ҡатнашыу йәш уйлап табыусыларға һәм ғалимдарға ҙур фәнгә һәм бизнесҡа путевка бирә.

Унда ҡатнашыуға Башҡортостан предприятиелары, ойошмалары һәм учреждениеларының уйлап табыуҙар һәм инновацион технологиялар өлкәһендә эшмәкәрлек алып барыусы ижади коллективтары саҡырыла.  

Ентекле мәғлүмәт www.archimedes.ru һәм www.innovexpo.ru сайттарында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть