4 декабрь, Йәкшәмбе

20 июль 2010 йыл, 15:58

«Урал Лото» паралимпиясылар хәрәкәтенә ярҙам итә

автор: Любовь Колоколова

«Урал Лото» компанияһы үҙенең социаль программаһын үтәүен дауам итә. 7 миллион 782 826 һум – тап ошондай сумма спортсы-паралимпиясыларға ярҙам итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Юғары спорт оҫталығы әҙерлеге үҙәгенә күсерелде. Был средстволар спортсылар өсөн ҡорамалдар һәм кәрәк-яраҡтар һатып алыуға йүнәлтеләсәк.

Әйтергә кәрәк, «Урал Лото» компанияһы, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең көслө рухлы булыуы менән һоҡланып, уларға тәүге тапҡыр ғына ярҙам күрһәтмәй.  

Быйыл Башҡортостан паралимпиясылары айырыуса ғорурлыҡ уятты. Спортсыларыбыҙҙың Ванкуверҙа Олимпиия уйындарында бигүк уңышлы сығыш яһамау фонында был егеттәр үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән таң ҡалдырҙы. Уларҙы мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тип атауы ла ҡыйын – уларҙың рухы һис тә сикләнмәгән.

Спорт, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт учреждениеларына маҡсатлы аҡса бүлеү сиктәрендә «Урал Лото» күсергән средстволарға күнекмәләр өсөн ҡиммәтле ҡорамалдарҙан тыш, Юғары спорт оҫталығы әҙерлеге үҙәге терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсыларҙы йөрөтөү өсөн махсус автотранспорт һатып аласаҡ.  

«Урал Лото» компанияһының изге эштәре дауам итә.

темалар: лотерея, хәйриә