8 декабрь, Кесе йома

20 июль 2010 йыл, 15:47

Ташламалы автокредитлау буйынса дәүләт программаһына йәнә бер автомобиль индерелгән

автор: Юлай Мәғсүмов

Рәсәйҙә етештерелгән Peugeot 308 автомобиле ташламалы автокредитлау буйынса дәүләт программаһы ярҙамында һатып алырға мөмкин булған машиналар исемлеген тулыландырҙы. Шулай итеп, әлеге мәлдә был программа буйынса Рәсәйҙә етештерелгән 52 автомобилде һатып алырға мөмкин, улар араһында, Peugeot автомобиленән тыш, Chevrolet, Fiat, Ford, Kia, Lada, Renault, Skoda, UAZ, ГАЗ, Hyundai, ТагАЗ маркаһындағы автомобилдәр бар.

РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығынан хәтергә төшөрөүҙәренсә, автокредиттар буйынса процент ставкаһын субсидиялау (льготалы кредитлау) дәүләт программаһы 2009 йылдың апрелендә старт алған. Ул банктарға Үҙәк банк менән рефинанслау ставкаһының өстән ике өлөшөн ҡаплауҙы күҙаллай (әлеге ваҡытта был 7,75 процент).

Башта кредит 350 мең һумға тиклем хаҡтағы ватан маркаһындағы автомобилдәр һатып алыуға ғына бирелә һәм машина хаҡының 30 проценты күләмендә беренсе иғәнә индереү талап ителә ине. Артабан машина хаҡы планкаһы 600 мең һумға күтәрелде, ә беренсе иғәнә 15 процентҡа ҡалдырылды.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, уҙған йылда 150 мең займ биреү планлаштырылған, әммә программа ғәмәлдә булған туғыҙ айҙа банктар ни бары 71 мең 486 ғына кредит биргән

2010 йылдың февралендә Рәсәй хөкүмәте дәүләт программаһын 2012 йыл аҙағына тиклем оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул иткән.