6 декабрь, Шишәмбе

20 июль 2010 йыл, 15:08

Рөстәм Хәмитов Хөкүмәткә граждандарҙың санаторийҙа дауаланыуын финансларға ҡушты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 2010 йылда эшләүсе граждандарҙың стационар дауаланғандан һуң республика санатор-курорт учреждениеларында дауаланып бөтөүенә 73,6 миллион һум аҡса бүлеү тураһында бойороҡ ҡабул итте.  

Средстволар Башҡортостан бюджетынан граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантияларын тормошҡа ашырыу маҡсатында бүленәсәк

Был средстволар дөйөм дәүләт идара итеүе менән бәйле дәүләт функцияларын тормошҡа ашырыуға ҡаралған средстволарҙы кәметеү иҫәбенә бүленде.