Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Владимир Путин Рөстәм Хәмитовты ҡотланы

Сәйәсәт

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин Рөстәм Хәмитовҡа Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын үтәй башлауы менән ҡотлап телеграмма ебәрҙе.

Владимир Путинтың телеграммаһында шулай тиелә:

«Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы!

Һеҙҙе Башкортостан Республикаһы Президенты вазифаһына рәсми тәғәйенләнеүегеҙ менән ҡотлайым.

Һеҙ төбәкте бик мөһим, яуаплы осорҙа етәкләнегеҙ. Тап Һеҙгә Башҡортостандың артабанғы үҫешенә, уның граждандарының көнкүрешен яҡшыртыуға, тотороҡлолоҡто һәм ижтимағи татыулыҡты нығытыуға курсты дауам итергә кәрәк буласаҡ.

Иҡтисадта һәм социаль өлкәлә, республиканың етди ғилми, интеллектуаль, мәҙәни ҡеүәтен тормошҡа ашырыуҙа ҡаҙаныштарҙы арттырыу өсөн бөтә белемегеҙҙе һәм тәжрибәгеҙҙе ҡулланырһығыҙ, тип ышанам.

Һеҙгә уңыштар һәм пландарығыҙҙы тормошҡа ашырыуығыҙҙы теләйем.

В.Путин».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть